"ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК"
Описание: Башҡортостан Республикаһы йәштәре гәзитенең рәсми төркөмө.
Бында гәзиттең сайтындағы мәҡәләләргә һылтанмалар, яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы фотолар ҡуйыласаҡ, аралашыу мөмкинлеге лә ҡаласаҡ. Иғтибар итегеҙ – сайт һәм төркөмдә мәҡәләләр тулыһынса бирелмәй, “Йәшлек” менән рәхәтләнәбеҙ тиһәгеҙ, ҡағыҙ гәзитте алдырып уҡырға кәрәк буласаҡ.
Төркөмдә асҡыс һүҙ – хэштегтар менән эҙләү бар. Улар:
Яҙмаларҙы хэштег - асҡыс һүҙҙәр буйынса эҙләгеҙ:
Улар #Йәшлек тип билдәләнгән.
Яңылыҡтарға килгәндә беҙ төркөмдә башлыса республикала булған хәл-ваҡиғалар менән таныштырасаҡбыҙ. Хәҙер күп ауыл-ҡасаба-ҡалаларҙың “Подслушано *****” тигән төркөм-пабликтары күп. Уларҙы һәр мәктәп тә алып бара. Шуларҙан һеҙгә һәм үҙебеҙгә ҡыҙыҡлыны алып, тикшереп ҡуясаҡбыҙ. Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси хәленә, ябай кешене борсоған проблемаларға, йәшәйешебеҙгә ҡағылғанға ла иғтибар итәсәкбеҙ. Шулай уҡ Рәсәй һәм сит илдәрҙе лә онотмаясаҡбыҙ.
Төркөмөбөҙҙөң “туғандары” - “Йәшлек” гүзәле” һәм Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы проекттары ла үҙ эшен дауам итәсәк.
“ЙӘШЛЕК” гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмөнә ҡушылығыҙ, эшен күҙәтегеҙ, баһа бирегеҙ!
Сайтыбыҙ - https://ye102.ru/,
"Одноклассники" -
https://ok.ru/group/55798394847259
№ 4979133425